Республикала йылғалар апрелдең икенсе декадаһында боҙҙан әрселә башлай

Республика ҙур һыуға әҙерләнә. Башҡортостан Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығы етәксеһе Вилора Горохольская белдереүенсә, күп йыллыҡ күрһәткестәргә ярашлы, йылғалар апрелдең икенсе декадаһында боҙҙан әрселә башлай. Быйыл һыу кимәле норманан түбәнерәк булыр тип көтөлә.

Республикала боҙ тығылыу хәүефе булған 47 йылға участкаһы иҫәпләнә. «Яҙғы ташҡынға әҙерлек барышында тейешле техника тәртипкә килтерелә, гидропостар ҡуйылды, күҙәтеү системаһы эшләй», - ти Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров.