15 мартҡа тиклем республиканың социаль йүнәлештәге коммерция булмаған ойошмалары Президент гранттары фондының икенсе конкурсында ҡатнашыуға заявка ебәрә ала. Проекттарҙы әҙерләүҙә, сифатын күтәреүҙә төбәктең Йәмәғәт палатаһы ресурс үҙәге белгестәре Башҡортостан башлығы гранттары фонды хеҙмәткәрҙәре менән берлектә бушлай ярҙам күрһәтә. Тәжрибәле эксперттар заявкаларҙы ҡарау буйынса сираттағы йыйылыш уҙғарҙы.
Республика йыл һайын Президент гранттары фонды конкурстарында ҡатнашыусылар һәм йәлеп ителгән аҡса күләме буйынса алдынғы төбәктәр исемлегендә. Башҡортостан йәмәғәт палатаһынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл коммерция булмаған ойошмалар социаль хеҙмәтләндереү, сәләмәт тормош пропагандаһы, тарихи хәтер, мәғариф, спорт өлкәләренә ҡағылышлы һәм башҡа йүнәлештәр буйынса проекттар әҙерләгән.