Баймаҡтарҙан Ватан һаҡсыларына! Темәс ауыл биләмәһе халҡы махсус хәрби операциялағы яҡташ егеттәргә сираттағы ылау әҙерләй. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Башҡортостандың тәүге баш ҡалаһында йәшәүселәр үҙ инициативалары менән Темәс ауыл биләмәһенән хәрби операцияла ҡатнашыусы ир-егеттәргә яу яланында ҡулланыр өсөн кәрәкле әйберҙәр йыя. Сәфәровтар ғаиләһе лә был изге эштән ситтә ҡалманы.
Темәс ауылының әүҙем егете Иҙел Ситдыҡов хәрби операцияла ҡатнашыусы ир‐егеттәргә арнап ҡорбан салдыра һәм табында гуманитар ярҙам йыйырға тигән теләк белдерә. Уны барыһы ла ҡеүәтләй. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә аҡса йыйыла. Күсмә мунса, бензобысҡылар, йылытыу ҡоролмалары һәм башҡа көнкүреш әйберҙәре һатып алына. Урындағы эшҡыуар Рәмил Солтанов үҙенең уазик машинаһын тапшыра.
Тылы барҙың тыны бар. Бөгөнгө көндә барған хәл ваҡиғаларға битараф булмаған кешеләре менән көслө илебеҙ.Барыһы ла тыныслыҡ өсөн, барыһы ла еңеү өсөн тип теләй улар.
Раушания Рәхимова