Улар барыһы ла урта һөнәри белем биреү системаһына ҡағылышлы. Колледж уҡытыусылары һәм оҫталары өсөн гранттар һаны ике тапҡырға арттырылып 20-гә еткерелә. Һәр береһенең суммаһы 690 мең һум. Тағы бер Указға ярашлы, йыл һайын 10 һөнәри белем биреү учреждениеһына берешәр миллион һумлыҡ гранттар бирелә. Мәғариф һәм фән министрлығына йыл һайын конкурс уҙғарырға ҡушылды. Республикала әле 96 колледж һәм 41 филиал бар. Уларҙа 104 мең студент белем ала. 136 йүнәлеш буйынса белгестәр әҙерләнә.