Башҡортостанда ҡар таҙартыуға бәйле 1 мең 200-ҙән ашыу етешһеҙлек теркәлгән

 Республика торлаҡ инспекцияһы ғинуар-март айҙарында тикшереү һөҙөмтәләрен иғлан итте. Етешһеҙлектәрҙең яртыһынан күбеһе Өфөгә тура килә. Шулай уҡ Октябрьский, Стәрлетамаҡ, Салауат, Сибай ҡалаларында  эште  тейешенсә үтәмәү осраҡтары теркәлгән.