"Салауат Юлаев" еңелде. Өфө командаһы Гагарин Кубогы өсөн турнирҙың тәүге этабында "Адмирал" менән көс һынашты. Командалар алты уйын үткәрҙе. Бөгөн дә Владивосток хоккейсылары көслөрәк булды. Юлаевсылар Кубок өсөн көрәште тамамланы.