Башҡортостанда ҡала юлдарының 79 проценты талаптарға тура килә

Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан шулай тип хәбәр итәләр. “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты буйынса Өфө һәм Стәрлетамаҡ агломерацияларында ремонт үткәрелә. 2022 йылда 177 километр оҙонлоҡта юлдар төҙөкләндерелде. Бының өсөн 14 миллиард һум тотонолдо. Милли проектҡа ярашлы ремонт быйыл да дауам итә.