Был турала республика башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә яҙып сыҡты. Радий Хәбиров билдәләүенсә, 2022 йылда үҙәк хеҙмәткәрҙәре 5 миллион эш ҡараған, миллион ярым консультация ярҙамы күрһәткән.
Күп функциялы үҙәктәргә халыҡтың мөрәжәғәт төрҙәре лә үҙгәргән. Улар башлыса махсус хәрби операция менән бәйле. Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары, Херсон һәм Запорожьенан Башҡортостанға һыйыныусыларҙан документтарҙы ҡабул итеүҙе мөмкин тиклем тиҙләттек. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан хәрбиҙәрҙең яҡындары һәм ғаилә ағзалары менән эште ҡулайлаштырҙыҡ, тип яҙа Радий Хәбиров.
Бизнесҡа ярҙам мәсьәләһенә айырым иғтибар. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә «Минең документтарым» үҙәктәрендә эшҡыуарҙарҙан федераль һәм республика көрсөккә ҡаршы ярҙам сараларына документтар туплау ойошторолдо. Күп функциялы үҙәктәрҙә шулай уҡ, милек хоҡуғын, ер-мөлкәт мөнәсәбәттәрен теркәү йүнәлештәрендә эшмәкәрлек камиллаштырыла. Иң мөһиме халыҡ сиратта тороп ваҡытын юғалтмаһын, уларға сифатлы һәм тиҙ арала хеҙмәттәр күрһәтелһен өсөн барыһын да эшләйбеҙ тип билдәләгән Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге яҙмаһында.