Парафин, бал ҡорто балауыҙы һәм ҡатырғанан етештерелгән шәмдәр махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн бик ҡулай. Егеттәр уларҙы йылыныу, яҡтыртыу өсөн дә ҡуллана. Шәм араһына гүзәл заттар кәнфит, сәй ҙә һала. Хәрбиҙәр тыуған яҡтан килгән бүләккә рәхмәтен йыр аша яҙҙырып ебәргән.
Материалды ҡыҙҙар уртаҡ көс менән - битараф булмаған кешеләр ярҙамында йыя. Парафинды һатып алырға тура килһә лә, бал ҡорто балауыҙын умартасылар килтерә, ашханаларҙан консерва банкалары йыйыла, фител өсөн хужалыҡтарҙан ҡатырға ала. Гүзәл заттар шәмдәрҙе өйҙә йорт шарттарында эшләүҙән баш тартырға кәңәш итә, сөнки парафин менән эш иткәндә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре үтәлеше мөһим. Сираттағы партияны ҡыҙҙар гуманитар ылау менән оҙатырға теләй.