Асҡын районы Ҡашҡа ауылында капиталь ремонттан һуң Ауыл мәҙәниәт йорто сафҡа инде

Һуңғы ике йылда ул авария хәлендә булыу сәбәпле бикле торған. Ниһайәт, 1980 йылда төҙөлгән бина «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә яңы һулыш алды. Капиталь ремонт өсөн 12 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Был суммаға ауыл мәҙәниәт йортоноң ҡыйығы, тәҙрә-ишектәре алмаштырылған, тыштан һәм эс яҡтан стеналар штукатурланған, яңы иҙән түшәлгән.

Шулай уҡ «Кесе Ватан мәҙәниәте» программаһына ярашлы сәхнә йыһаздары, мебель һатып алынған. Шулай уҡ Ҡашҡа ауылында Балыҡсы ырыуы стелаһы ла асылды. Киләсәктә уны кәртәләү, яҡтыртыу һәм иҫтәлекле аллея булдырыу күҙаллана.