Әбйәлил районы Ишкилде ауылында фольклор кисәләре үтә

Урындағы ағинәйҙәр сигеү сигә, ойоҡбаштар бәйләй, ултырғыс түшәктәре, түшелдеректәр тегә. Сарала оҫтабикәләр күҙ яуын алырлыҡ ҡул эштәрен эшләү серҙәре менән уртаҡлашты. Ауылдың уңған ҡатын-ҡыҙҙары мул табын әҙерләгән. Ишкилде ауылында «Ултырайыҡ әле, бөгөн кис...» саралары «Айыҡ ауыл» республика бәйгеһе сиктәрендә үтә.