Белорет районы Асы ауыл биләмәһе 2016 йылдан алып урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында әүҙем ҡатнашып килә.
Быйыл 17 февралдә дөйөм йыйылышта халыҡ ауыл мәктәбенең тәҙрәләрен алмаштырыу проектын хупланы. Проект хаҡы 1 миллион һумдан ашыу. Һәр йорттан 500 һум аҡса йыйырға ҡарар ителде. Шулай уҡ ун кешенән торған инициатив төркөм төҙөлдө. “Башланған эштәр тормошҡа ашыр. Балалар киләсәктә заманса тәҙрәле мәктәптә белем алырына ышанабыҙ”, - ти Асы халҡы.