Башҡортостандың халыҡ артисы Лариса Әхмәтованың юбилейына арналған концерт үтте

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә бенефис. Башҡортостандың халыҡ артисы, халыҡ-ара һәм республика конкурстары лауреаты, Лариса Әхмәтованың күркәм юбилейына арналған концерт үтте. Билдәле опера йырсыһы ике тиҫтә йылдан ашыу сәхнәлә 45-тән ашыу онотолмаҫ, сағыу геройҙарҙы сағылдырған. Ҡыйыу Ионна дАрк, хисле Санттуцца, мөхәббәтле Ярославна Джулио Каччиниҙың Аве Мария, Джакомо Пуччини операһында үтә лә ҡатмарлы Тоска партиялары. Лариса Әхмәтова булмышын тырыш хеҙмәт һәм һайлаған һөнәренә һөйөү кеүек сифаттар билдәләй.

Вокал буйынса уҡытыусым Рәйсә Ғәли ҡыҙы Ғәлимуллинаға сикһеҙ рәхмәтлемен. Ролдәргә килгәндә тауышым мецо-сопрано булғанда Кармен партияһын яратып башҡарҙым,сопраноға күскәс- Тоска партияһы минең өсөн иң ҡәҙерлеһе. Балалар өсөн мюзиклдарҙа ла ҙур теләк менән ҡатнашып йырҙар башҡарам.

Лариса Әхмәтова, Башҡортостандың халыҡ артисы

Билдәле опера йырсыһын сәхнәләш коллегалары ла тәбрикләне. Юбилярға күңел түренән сыҡҡан изге теләктәр әйтелде, гөлләмәләр бүләк ителде. Метрҙар Асҡар Абдразаҡов, Иҙрис Ғәзиев, Татьяна Никонорова, Ладислав Бубнар, Әлим Ҡәйүмов һәм Артур Ҡәйепҡолов башҡарыуында совет һәм сит ил эстрадаһы йырҙары яңғыраны. Ике һөнәрҙе яҡшы белгән олпат һәм абруйлы артист менән сәхнәлә һәм тормошта бергә атлауыбыҙ менән бәхетлебеҙ, тип билдәләй коллегалары.