Башҡортостандың ауыл хеҙмәтсәндәре яҙғы сәсеүгә әҙерләнә

Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл аграрийҙарға дәүләт ярҙамының ҙур өлөшө ауыл хужалығы техникаһы, минераль ашламалар һатып алыуға йүнәлтеләсәк. Баҫыу эштәренә әҙерлек нисек бара? БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова яҙмаһында.

Яҙғы баҫыу эштәрен уңышлы башҡарып сығыу туранан-тура техника торошона бәйле. Уның төҙөклөгөн хужалыҡтар алдан уҡ хәстәрләй. «Башсельхозтеника» ойошмаһының Шишмә районы филиалында ауыл хужалығы техникаһын ремонтлау эшенең ҡыҙыу мәле. Тракторҙар тулыһынса һүтелә, ремонтлана, яңы, кабиналар заманса йыһазландырыла.

Бында башлыса 20-30 йыл элек етештерелгән техника килтерелә. Берәүһен ремонтлау өсөн 2 ай тирәһе ваҡыт талап ителә.

Ауыл хужалығы техникаһының «йөрәге» - двигателдәр «Моторҙар цехы»на оҙатыла. Слесарь, токарҙәргә оҙаҡ йылдар хеҙмәт иткән ҡоролмаларҙы сафҡа индереү еңелдән түгел. Техниканың эшләү ваҡытын оҙайтыу өсөн иң мөһиме - һәр деталде һынап ҡарау. Булғанын ремонтлауҙан тыш, хужалыҡтар яңы техника һатып алырға ла тырыша.

«Йыйыу һәм һатыуға әҙерләү участкаһы» ауыл хужалығы техникаһынан бушамай. Берәүҙәр кабинаны йыһазландыра, икенселәр конвейерҙа трактор, комбайндарҙы йыя.

Ауыл хеҙмәтсәндәре өсөн айырыуса яуаплы осор яҡынлаша. Хеҙмәттә сыныҡҡан баҫыу уңғандары ҡатмарлы осорҙа ла һынатмай, сәсеү эштәрен уңышлы башҡарып сығасағына шик юҡ.

Әлфинә Килдейәрова