Был сумма автомобилдәрҙе газ яғыулығына үҙгәртеп ҡороу буйынса сығымдарҙың бер өлөшөн субсидиялауға йүнәлтелә. Дәүләт программаһы менән предприятиелар ҙа, ябай физик шәхестәр ҙә файҙалана ала. Теманың дауамы киләһе репортажда.
Башҡортостан юлдар оҙонлоғо буйынса Рәсәйҙә икенсе урынды биләй. Республиканың бер осонан икенсеһенә барып етеү өсөн ваҡыт ҡына түгел, күпләп яғыулыҡ та талап ителә. Бындай осраҡта транспорт сығымдарының ғаилә бюджетына нисек тәьҫир итеүе тураһында аңлатып тороу кәрәкмәй. Ябай водителдәрҙән тыш, республикала транспорт сығымдары күп булған эшҡыуарҙар ҙа етерлек. Шуға ла уларҙың күбеһе автомобилдәрен газ яғыулығына күсергән.
Бөгөн республикала транспорт сараларын газ яғыулығына күсереүҙә махсуслашҡан тиҫтәләп станция иҫәпләнә. Шуларҙың береһе Өфө районында урынлашҡан. Уның хеҙмәткәрҙәре еңел һәм йөк автомобилдәргә метан баллондары ҡуйыу менән шөғөлләнә. Форсункалар рампаһы, баҫымды кәметеүсе редуктор һәм электрон идара итеү блогын урынлаштырыу ҙа улар иңендә.
Йөк транспортын газға күсереү өсөн яҡынса 600 мең һум талап ителә. Әммә һәр клиентҡа автоматик рәүештә ташлама яһала. Йәғни, ул 264 мең һум күләмендә льготаға дәғүә итә. Ә бына еңел автомобиль өсөн газ баллоны ҡорамалдары комплектының уртаса хаҡы 98 мең һум, ташлама 48 мең самаһы. итә. Аккредитациялаған сервис үҙәк был аҡсаны һуңынан субсидия түләүҙәре рәүешендә дәүләттән ҡайтара.
Башҡортостан автомобиль техникаһын, шул иҫәптән йәмәғәт транспортын һәм коммуналь техниканы газ яғыулығына үҙгәртеп ҡороу өсөн федераль бюджеттан 90 миллион һумға яҡын аласаҡ. Бүленгән субсидия ярҙамында 3 мең ярымдан ашыу транспорт сараһын тәбиғи газға күсереү планлаштырыла.
Субсидия күләме транспорт сараһының төрөнә һәм үлсәменә бәйле. Еңел автомобиль өсөн ул 48 мең һумдан башлана, «Газель» тибындағы еңел йөк машиналары өсөн - 86 мең, автобустар һәм йөк машиналары өсөн 300 мең һумға ҡәҙәр булырға мөмкин. Иң мөһиме, газ бензинға ҡарағанда экологик яҡтан да яҡшыраҡ.
Илдар Байбулатов