Диктор. Еңеүселәр финалда! «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе« республика конкурсы лайыҡлы парҙарҙы бер майҙанға йыйҙы. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тәҡдиме буйынса ул Стәрлетамаҡ ҡалаһында быйыл өсөнсөгә үтте. Конкурс барышын коллегабыҙ Наил Юнысов күҙәтте.
Быйылғы конкурста 100-ҙән ашыу ғаилә ҡатнашыу теләген белдергән, әлеге мәлдә сәхнәлә финалға үткән 14 ғаилә майҙан тотто. Улар үҙҙәренең ғаилә ҡиммәттәрен күрһәтә.
Конкурс ике этаптан торҙо. Тәүгеһендә ғаиләләр үҙҙәре тураһында видео-визитка төшөрөп, заявка ебәрҙе. Баһалама комиссия уларҙың иң-иңдәрен һайлап 14 ғаиләне финалға сығарҙы.
Еңеүселәр «Ғаилә ижады», «Ғаилә кәсебе», «Ғаилә ҡиммәттәре» номинациялары буйынса билдәләнде. Уларға иҫтәлекле бүләктәр һәм аҡсалата сертификаттар тапшырылды. Ә Гран-приға лайыҡ булған Стәрлебаш районынан Тойғоновтар 100 мең һумлыҡ сертификат менән бүләкләнде. Ғаиләлә өс малай үҫә.
Тырыш, татыу ғаиләләр бер-береһенә оҡшаш була. Барыһын да милли рух, телгә, йолаларға һөйөү, тәрбиә берләштерә. Уларҙың үҙҙәрен - «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» республика конкурсының финал тантанаһын БСТ телеканалында 17 мартта киске сәғәт 9-сы 15 минутта ҡарағыҙ!
Наил Юнысов