Бөгөн Өфөлә «Башҡортостандың Йыл уҡытыусыһы» республика конкурсын асыу тантанаһы үтте

Бөгөн Өфөлә «Башҡортостандың Йыл уҡытыусыһы» республика һәм «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте» төбәк-ара конкурстарын асыу тантанаһы үтте. Быйыл һөнәри оҫталыҡ бәйгеһендә муниципаль этабында еңеү яулап, унда 200 ашыу уҡытыусы ҡатнаша. Ике аҙна дауамында уҡытыусылар төрлө һынауҙар үтә, таныш булмаған кластарҙа дәрес бирә, оҫталыҡ дәрестәре күрһәтә.

Республика конкурсының муниципаль этабында еңеүселәр бөгөн Башҡортостадың Мәғәрифты үҫтереү институтына йыйылды. Улар араһынан «Рус теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы», «Татар теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы», «Йәш йыл уҡытыусыһы» номинациялары еңеүселәре билдәләнәсәк. Конкурсанттарҙың уртаса йәше 40 йәш, бәйгеселәр араһында иң ҙур хеҙмәт стажы 38 йыл, йәш уҡытыусылар араһында хеҙмәт стажы 2 йыл булған белгестәр ҙа бар.

Бәйге 10 мартта «Педагогик оҫтахана» һынауы менән башланды. Был этапта уҡытыусылар методикаһы һәм тәжрибәһе менән уртаҡлашты. «Йыл уҡытыусыһы» һәләтле уҡытыусыларҙы асыҡлау, педагогтарҙың социаль статусын һәм абруйын күтәреү, инновацион педагогик тәжрибәһен таратыу маҡсатында йыл һайын уҙғарыла. Йомғаҡлау һәм еңеүселәрҙе билдәләү тантанаһы 24 мартта «Торатау» Конгресс холл бинаһында уҙа.