Республика Башлығы Хакимиәте Етәксеһе Максим Забелин махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарға ярҙам итеү мәсьәләләренә бәйле видеокәңәшмәлә ҡатнашты. Уны Дәүләт Думаһының профилле комитет рәйесе Владимир Гутенев үткәрҙе. Максим Забелин беҙҙең республика тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Башҡортостанда яугирҙәр һәм уларҙың ғаиләләренә булышлыҡ итеү буйынса саралар планы ҡабул ителде. Мәҫәлән, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандар балалары мәктәп һәм училищеларҙа бушлай ашатыла, йәмәғәт транспортында түләүһеҙ йөрөй, шифаханаларҙа ял итә ала, транспорт һалымы түләргә кәрәкмәй.