Башгидрометеоүҙәктән хәбәр итеүҙәренсә, Ағиҙел һәм Өфө йылғаларында һыу кимәле норманан 10-15 процентҡа түбәнерәк булыуы көтөлә. Дим йылғаһы бассейынында ҡарҙағы һыу запасы иһә 20 процентҡа күберәк. Бындай шарттарҙа түбәндә урынлашҡан биләмәләргә һыу үтеп инеүе ихтимал. Таулы һәм дала йылғалары буйында йәшәгән халыҡҡа һәр йылдағыса ташҡын ваҡытында уяу булырға кәңәш ителә.