Башҡортостанда урман яныу хәүефе янаған ауылдар һәм баҡсасылыҡтар аталды

Ошо хаҡта Республика Хөкүмәте ҡарары баҫылды. Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында урынлаштырылған. 15 апрелдән 15 октябргә тиклем яҙғы-йәйге янғын хәүефе миҙгеле иғлан ителә. Район һәм ҡалаларға ауылдар, балалар лагерҙары һәм баҡсасылыҡтар янында янғынға ҡаршы саралар күрергә ҡушылды.