Баш ҡала хакимиәте шундай электрон сервис булдырҙы. Әле ҡала халҡы 140-ҡа яҡын заявка ҡалдырған. Мөрәжәғәттәрҙең күбеһе эшкәртелгән. Ауланған эттәрҙе ветеринар ҡарай һәм ике аҙнаға приютҡа каратинға ебәрелә. Бында хайуанға прививкалар яһала, стерилләштереү үткәрелә һәм чип беркетелә. Аҙаҡ ул кире иреккә ебәрелә. Берәҙәк эттәргә бәйле мәғлүмәтте Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенә лә шылтыратып хәбәр итергә мөмкин.