Радий Хәбиров Джавад Садати-Нежад менән агросәнәғәт өлкәһендә халыҡ-ара хеҙмәттәшлек йүнәлештәрен барланы. Башҡортостандан Иранға иген һәм үҫемлек майы экспортҡа сығарыла. Ислам республикаһы аграр ведомствоһы етәксеһе илде малсылыҡ продукцияһын һатып алыу ҡыҙыҡһындыра, тип билдәләп, республика-ара тауар әйләнеше 4 тапҡырға артасағына ышаныс белдерҙе. Радий Хәбиров төбәк баҙарында Иран йәшелсә-емештәрендә ихтыяж барлығы тураһында хәбәр итте.
Бынан тыш, осрашыуҙа Иран инвесторҙары Башҡортостанда агрокультуралар үҫтереү һәм малсылыҡ өсөн ауыл хужалығы ерҙәрен ҡуртымға алыу мөмкинлеге менән ҡыҙыҡһынды. Агросәнәғәт комплексында берлектәге проекттарҙы башҡорт-иран эшлекле төркөмө көн тәртибенә инәсәк, тип белдерҙе Башҡортостан етәксеһе.