Тажикстандан килгән 4 йәшлек баланың быға тиклем сиргә ҡаршы прививка яһатмаған булыуы билдәле. Әле ул дауахананан сығарылған, шул уҡ ваҡытта ауырыу менән бәйләнештә булып сирләгән тағы ла өс бала медицина күҙәтеүенә алынған.
Йыл башынан алып илдең тиҫтәнән ашыу төбәгендә ҡыҙылса таралыу осраҡтары теркәлгәйне. Төп сәбәптәрҙең береһе Яҡын сит илдәрҙән вакцинация үтмәгән мигранттарҙың килеүенә бәйле. Табиптар билдәләүенсә, киҫкен вирус инфекцияһы тиҙ йоғошло булыуы менән айырыла. Ауырыуҙан һаҡланыуҙың һәм уны иҫкәртеүҙең берҙән бер ышаныслы алымы - ул прививка яһатыу.