Башҡортостан Иран алдында үҙенең эшлекле потенциалын күрһәтә алды тип яҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә. Эш сәфәре менән Иран мосолман республикаһында булған Башҡортостан делегацияһы ҡайтыр юлға сыҡты.
«Ике көн дауам иткән командировка осоронда бер нисә осрашыу юғары кимәлдә уҙҙы, ике яҡтың бизнес вәкилдәре лә һөйләшеүҙәр алып барҙы. Беҙҙең алда ҡуйылған бурыс - Иранды Башҡортостан өсөн асыу һәм шулай уҡ Башҡортостанды Иранға лайыҡлы күрһәтеү уңышлы үтәлде» тип яҙа Радий Хәбиров.
Республика Иран менән хеҙмәттәшлек итәсәк, шул уҡ ваҡытта мосолман республикаһы тарафынан да беҙҙең төбәккә ҡарата ҡыҙыҡһыныу бар. 12 мартта министрҙар, иҡтисад өлкәһе компаниялары вәкилдәре республика башлығы Радий Хәбиров етәкселегендәге делегация менән Иранда булды.
Тәһранда делегация Ирандың сәнәғәт, шахта һәм сауҙа министры, нефть министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министрҙары менән осрашты. Яҡтар агросәнәғәт өлкәһендә халыҡ-ара хеҙмәттәшлек йүнәлештәре, сәнәғәт кооперацияһы, Башҡортостан һәм Иран араһында компетенциялар менән алышыу һәм хеҙмәттәшлектең яңы формаларын индереү тураһында һөйләште.