Әлшәй районында 1974 йылғы ир утта һәләк булған. Белорет ҡалаһында шәхси йортта сыҡҡан янғынды һүндергәндә 1981 йылғы ҡатын менән 1984 йылғы ирҙең кәүҙәләре табылған.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, республикала йыл башынан 1009 янғын теркәлгән, утта 72 кешенең, шул иҫәптән бер баланың ғүмере өҙөлгән. 50 кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған. Ут сығыу сәбәптәре башлыса электр приборҙары менән һаҡһыҙ эш итеү, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәүгә бәйле.