Өфөнөң Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге гимназия тәрбиәләнеүселәре Бөтә Рәсәй хор һәм вокал коллективтары конкурсында икенсе урын яулаған. Ижади бәйге «Орленок» балалар ял лагерында уҙған. 35 кешенән торған башҡорт коллективы 3 композиция башҡарған.
Башҡортостан ҡыҙҙары милли кейемдә сығыш яһап, көсөргәнешле бәйгелә республика данын лайыҡлы яҡлай. Бер йыл дауам иткән һайлап алыуҙа илдең 81 субъектынан 100 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан, финалға уларҙың меңе генә үткән. Быйыл беренсегә ойошторолған конкурс дауамлы булыр тип күҙаллана.