Бөгөн Мәскәүҙең халыҡ-ара самбо үҙәгендә «Еңеү фәне» форумының пленар ултырышы үтте

Сара «Берҙәм Рәсәй» партияһының «За самбо» федераль проектарын бойомға ашырыу маҡсатында ойошторолдо. Ултырыш фирҡәнең генераль советы секретары Андрей Турчак рәйеслегендә үтте.

Фекер алышыуға илдең спорт, мәғариф, фән һәм юғары белем биреү министрлыҡтары етәкселеге, төбәк башлыҡтары, дәүләт думаһы депутаттары, арҙаҡлы самбосылар саҡырылды. Форумда Башҡортостан башлығы ла ҡатнашты. Залда Радий Хәбиров көрәш төрҙәрен үҫтереү тураһында телмәр тотто.

Осрашыуҙа республикала самбо үҙәген ойоштороу мөмкинлеге тураһында ла фекер алышынды. Башҡортостан башлығы был йүнәлеште балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәптәренең береһенә беркетеү тәҡдимен еткерҙе. Радий Хәбиров телмәр тотҡандан һуң Андрей Турчак Өфөлә самбоның 85 йыллығын билдәләү башланғысы менән сығыш яһаны.

Форумда ҡатнашыусылар Рәсәйҙә самбо менән шөғөлләнеү өсөн инфраструктураны камиллаштырыу юлдары да ҡараны. Был спорт төрө йәштәрҙә илһөйәрлек тәрбиәләү өсөн айырыуса мөһим.