Башҡортостан иҡтисадына инвестиция күләме уҙған йыл һөҙөмтәләре буйынса 5,9 процентҡа артып 512,4 миллиард һумға еткән. Был хаҡта Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге битендә яҙып сыҡты. Үҫеш темптары уртаса Рәсәйҙекенән юғарыраҡ.
Инвестициялар буйынса ыңғай динамиканы беҙ 2019 йылдан алып тотабыҙ. Һуңғы дүрт йылда инвестициялар 40,2 процентҡа артҡан. Был Волга буйы федераль округында иң юғары күрһәткес.
Бизнес өсөн уңайлы шарттар булдырыу өҫтөндә күп эшләйбеҙ - йылдам үҫеш биләмәләре, иҡтисади зоналар, сәнәғәт һәм индустриаль парктар. Ярҙам, ташламалар һәм өҫтөнлөклө программалар индерелә.
Ауыр осорға һәм глобаль санкцияларға ҡарамаҫтан, беҙ алға барабыҙ. Туҡтамайбыҙ, бөтә инструменттар ҙа яйға һалынған һәм һөҙөмтәлелеген иҫбатлай. Ә бизнес беҙҙә ышаныслы партнер күрә. Шул иҫәптән-инвестиция программаларын тормошҡа ашырған, производствоны яңыртҡан эре предприятиелар.