Ҡотҡарыу һәм янғын һүндереү хеҙмәттәре яҙғы ташҡынға, урман янғындарына әҙер

Техниканың һәм шәхси составтың әҙерлеге бөгөн баш ҡалала ойошторолған смотр-күргәҙмәлә лә күрһәтелде. Сара «Өфө арена» боҙ һарайы янындағы майҙанда үтте. Бында ғәҙҙәтән тыш хәлдәрҙә ҡулланылған 89 берәмек техника ҡуйылған. Белгестәр әйтеүенсә, улар халыҡ хәүефһеҙлеге һағына баҫырға әҙер. Заманса техника өлгөләре менән БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова танышты.

100 километр радиустағы хәл-ваҡиғаларҙы хәҙер кабинеттан сыҡмай ғына белергә мөмкин. Яңы пилотһыҙ аппарат 240 километр алыҫлыҡҡа осоу һәм тирә-йүнде видеоға төшөрөү һәләтенә эйә. Камера йәйге эҫелә лә, 40 градуслы сатлама һыуыҡта ла эшләй ала. Аппаратҡа беркетелгән тепловизор ҡараңғыла ла төшөрөү мөмкинлеге бирә.

Күргәҙмәлә 89 берәмек техника ҡуйылған. Бында яҙғы ташҡын осоронда йыл һайын эшләгән техниканы ла, яңы заманса өлгөләрҙе лә күрергә мөмкин. Мәҫәлән, аэрокәмә. Уның ярҙамында һыу баҫҡан зонанан кешеләрҙе ҡотҡарырға була. Майҙанда шулай уҡ юлһыҙ ерҙән дә үтә алған йөк автомобилдәре, эксперт-криминал лабораториялары, насос станциялары урын алған. Был яҙғы ташҡын мәлендә ҡулланылған техниканың бер өлөшө генә. Бөтәһе иһә 3 мең тирәһе техника әҙерләнгән, 15 мең тирәһе кеше яҙғы ташҡын менән көрәшкә сыға. Эш ҡотҡарыусыларға ла, янғын һүндереүселәргә лә етерлек.

Көндәр йылыныу менән яҙғы ташҡын ғына түгел, урман янғындары ла башлана. Халыҡ тәбиғәт ҡосағына ял итергә ашыға, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен һанға һуҡмау эҙемтәһеҙ ҡалмай.

Синоптиктар фаразы буйынса, Ағиҙел менән Ҡариҙел йылғаларында һыу артыҡ күтәрелмәҫ тип көтөлә, норманан 10-15 процентҡа түбән. Ә бына Урал бассейнына ҡараған йылғаларҙа кимәл юғарыраҡ. Әммә белгестәр әйтеүенсә, борсолорға урын юҡ. Ташҡын хәүефе янаған урындарҙа боҙ шартлатыу алып барыла. Ҡотҡарыусылар икенсе йыл рәттән һауа транспортын да ҡуллана, юл булмаған зонаға вертолетта сыға. Быйыл гидропостар иҫәбе лә арттыралған, улар тәүге тапҡыр өс һыуһаҡлағыста ҡуйылған.

Әҙерлек ниндәй генә юғары кимәлдә булмаһын, тәбиғәттең үҙ ҡанундары. Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙең көтмәгәндә килеп сығыуы ихтимал. Шуға күрә яҙғы ташҡын осорона 500-гә яҡын ваҡытлыса йәшәү урыны ла әҙерләнгән.

Был ябай ғына күргәҙмә түгел, ул яҙғы ташҡынға, урман янғындарына әҙерлекте тикшереү сараһы ла булып тора. Сөнки техниканың төҙөклөгөнә, шәхси составтың әҙерлегенә халыҡтың хәүефһеҙлеге, хатта кеше ғүмерҙәре бәйле. Шуға күрә янғын һүндереү, ҡотҡарыу хеҙмәттәре һәр саҡ сафта булырға тейеш.

Рәмзиә Кәримова