Эшкә урынлаштырыуға булышлыҡ итеүҙең яңы механизмы. Бөгөн Башҡортостанда инвалидтар өсөн эш урындары тыуҙырған компанияларҙың сығымдарын субсидиялау буйынса проект тормошҡа ашырыла. Финанстар республика бюджетынан бүленә.
2024 йылға Башҡортостанда мөмкинлеге сикләнгән кешеләр өсөн 600 эш урыны булдырыла. Дәүләт программаһы ярҙамында 4 инвалид Өфө вентилятор заводына эшкә урынлашты. Стажировка үтеүселәрҙең барыһы ла Өлкән йәштәгеләр һәм инвалидтар өсөн тәғәйенләнгән «Именлек» йорт-интернат тәрбиәләнеүселәре. Балаҡатай районында тыуған Эльвира Хәбибуллина сабый сағынан церебраль фалиж менән яфалана. Теләге көслө булһа ла ул әлегә тиклем бер ҡайҙа ла эшләмәгән.
Тәүге көндә хеҙмәткәрҙәр эш шарттары менән танышты. Улар өсөн предприятие етәкселеге Өфөнөң Калинин районы мәшғүллек үҙәге менән берлектә компьютерҙар һатып алған. Заман техникаларының дөйөм хаҡы яҡынса 300 мең һумға төшкән. Эш биреүсе һуңынан түгелгән сығымдарҙы субсидия формаһында дәүләттән ҡайтара. Әйткәндәй, был категория граждандарҙың хеҙмәте әллә ни ҡатмарлы ла түгел. Улар базалағы потенциал һатыу алыусыларҙы завод етештергән сәнәғәт вентиляторҙары һәм төтөн һурҙырғыстар менән таныштырып барасаҡ.