Тәүгеләрҙән булып баш ҡала автомагистралдәренә Дим районы коммуналь хеҙмәте сыҡты. Тәү сиратта бордюр, туҡталыштар ҡарҙан һәм сүп-сарҙан таҙартылды. Әле биҫтәнең үҙәк урамдары тәртипкә килтерелә, ҡар тулыһынса иреп бөткәс, эш шәхси секторҙарҙа башланыр тип көтөлә. Бер үк ваҡытта биҫтәлә соҡорҙарҙы ямау эштәре лә алып барыла.