Өфөлә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан тармаҡ хеҙмәткәрҙәре тәбрикләнде

Урам һепереүселәргә, төҙөүселәргә, водителдәргә һәм башҡа эшселәргә Рәхмәт хаттары тапшырылды. Уларҙың һәр береһенең хеҙмәте ҡала тормошо көндәлегендә мөһим урын алып тора, сөнки эшселәр яҙлы-көҙлө ҡыйыҡтарҙы ҡарҙан таҙартыу, һыу торбаларын ремонтлау, канализацияға бәйле барлыҡ проблемаларҙы хәл итә. Һөнәри байрам үҙе рәсми рәүештә быйыл йәкшәмбе 19 мартта билдәләнер тип көтөлә.