Сәсеүҙә 11 мең трактор ҡатнаша, был уҙған йылдағынан 300-гә күберәк. Әле техниканы ремонтлау дауам итә. Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса уҙған йылда Башҡортостан хужалыҡтары 3 мең 200 техника алған. Бының өсөн 13 миллиард һумға яҡын аҡса тотонолған. Техника алыу өсөн сығымдарҙың бер өлөшөн дәүләт ҡаплай.