1 апрелдән Башҡортостанда баланы 1-се класҡа алыу буйынса ғаризалар ҡабул ителә башлай

Был турала Мәғариф  һәм фән министры Айбулат Хажин хәбәр итә. -Киләһе айҙан йәшәү урыны мәктәпкә беркетелгән биләмәләрҙә йәшәүселәр генә ғариза тапшыра. Башҡаларҙың теләге 6 июлдән һуң буш урындарҙы иҫәпкә алып ҡарала, - тип яҙа ул социаль селтәрҙә. Ғаризаларҙы дәүләт хеҙмәттәре порталы, Башҡортостан мәктәптәренең электрон системаһы аша, йә мәктәпкә барып бирергә  була.