Өфөлә ҡайһы бер автобустарҙа юл хаҡы ҡиммәтләнде

Көньяҡ микрорайондар һәм Инорс араһында йөрөүсе 167-се һәм 258-се маршруттарҙа билет өсөн күберәк түләргә  кәрәк. Юл хаҡы банк картаһы һәм ҡулаҡса менән 35 һум тора, "Алға" картаһы  менән биш һумға арзан була. Билет ҡиммәтләнеүен яғыулыҡҡа, запас частәргә сығымдар артыуы менән аңлаталар.