«Рәсәйҙең иң көслө кешеһе» номинацияһында бер-нисә тапҡыр еңеү яулаусы спортсы депутат булараҡ үҙ көсөн һынап ҡарамаҡсы. Эльбрус Ниғмәтуллин «Берҙәм Рәсәй» партияһына алдан тауыш биреүгә кандидатуралар исемлеге буйынса ойоштороу комитетына рәсми документтарын тапшырҙы. Һүҙ Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың 7-се саҡырылыш депутаттарын һайлау хаҡында бара. Спортсы депутатлыҡҡа барыу теләгем - йәштәргә тәжрибә ҡалдырыуға бәйле тип белдерә.