Эштәр "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектына ярашлы алып барыла. Был ауылда медицина учреждениеһы бинаһы 1970 йылда уҡ төҙөлгән. Уҙған йылда бина авария хәленә тип танылған. Заманса ФАП 490 кешене хеҙмәтләндерә. Быйыл республикала 75 яңы фельдшер-акушер пунктын асыу көтөлә.