Артабан төҙөүселәр объекттағы ҡоролмаларҙы беркетеү тотона. Был турала социаль селтәрҙә Башҡортостан Башлығы хәбәр итте. Радий Хәбиров белдереүенсә, әле тоннелдең көньяғында өҫкө, аҫҡы өлөштәре һәм стеналары монтажлана, төньяғында - юл ҡатламына нигеҙ һәм инженер селтәрҙәре һалына. Дөйөм алғанда, Көнсығыш ҡапҡа 63 процентҡа әҙер. Объектты файҙаланыуға тапшырыу йыл аҙағына билдәләнгән, тип белдергән төбәк етәксеһе.