Быйыл программала 14 ауыл биләмәһе ҡатнаша. Былтыр ауыл кешеләренең тормошон яҡшыртыу маҡсатында республиканан 8 миллион ярым һумдан ашыу, район бюджетынан 5 миллон ярым һумға тиклем аҡса йүнәлтелгән. Ҡаҙанболаҡ ауылы биләмәһенә ҡараған Казанка ауылы халҡы урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында өсөнсө йыл рәттән үҙ көсөн һынай. Балалар майҙансығы сафҡа ингән, трактор һатып алғандар. Быйыл Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарына ҡуйылған обелискты яңыртыу күҙаллана.