Яугирҙар ял иткәндән һуң йәнә яу яланына юлланды

Мобилизация буйынса махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар отпускынан һуң Башҡортостандың саҡырыу пунктынан йәнә яу яланына юлланды. Уларҙы Өфөлә яҡындары оҙатып ҡалды.

Һуңғы ваҡытта иң көслө ҡосаҡлашыуҙарҙы моғайын, хәрби комиссариат стеналары күрә, йөрәктән сыҡҡан изге теләктәрҙе ишетә торғандыр. Ун көнгә ялға ҡайтҡан хәрбиҙәр менән яҡындары һанаулы ғына ваҡытты һуҙырға тырышып, туйғансы күрешеп ҡалырға теләй.

Шишмә районы егетен оҙатырға егермеләп кеше килгән. Сентябрҙә ҡулына повестка алған «Алтын» ҡушаматлы яугир күтәренке кәйефтә.

Рюкзактар, юл сумкалары әйбер һыйған тиклем тултырылған. Оҙаҡ боҙолмай торған ашамлыҡтарҙан алып генератор майына тиклем.

Ватан саҡырғанда ҡасып ҡалыу уйы уларҙа булмаған. Нацизм менән көрәштәгеләрҙе ялға алып ҡайтыу һәм кире илтеп ҡуйыу өсөн махсус транспорт бүленә.

Рюкзактар, юл сумкалары әйбер һыйған тиклем тултырылған. Оҙаҡ боҙолмай торған ашамлыҡтарҙан алып генератор майына тиклем.

Алыҫ ергә, яу ҡырына юлланыусыларға бер генә теләк. Иҫән-һау әйләнеп ҡайтһындар.

Рәмилә Исмәғилева