Әсә теленә һөйөүҙе мәктәп партаһынан нығытыу маҡсатында бөгөн баш ҡалала «Биҙәк» республика милли мәҙәниәттәр фестивале үтте. Мәҙәни-мәғрифәт байрамы Ғәли Ибраһимов исемендәге 2-се Башҡорт лицейында ойошторолдо. Башҡортостандың төрлө мәктәптәренән килгән 100-ҙән ашыу бала 3 номинацияла һынау тотто. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Фирҙәүес Мөхәмәтова бер алманы бишкә бүлеп кенә ҡалмай, сығарылыш имтихандарына әҙерләнеп тә өлгөрә. Ул Дыуан-Мәсетле ауылы мәктәбенең туғыҙынсы класын тамамлай. Дөйөм дәүләт имтиханына әҙерләнеп тә, республика кимәлендә ойошторолған конкурстарҙа ла ҡатнашып өлгөрә.
«Биҙәк» исеме аҫтында ойошторолған республика милли мәҙәниәттәр фестивале 100-ҙән ашыу уҡыусыны бергә йыйҙы. Улар бейеү, вокал һәм халыҡ уйын ҡоралдары кеүек өс төр номинацияла сығыш яһаны.
Тап ошо маҡсатта фестиваль быйыл икенсе тапҡыр тормошҡа ашырылды ла инде. Тәүҙә ул онлайн рәүешендә ойошторолһа, бөгөн балалар Ғәли Ибраһимов исемендәге 2-се Башҡорт лицейына йыйылды.
Фестиваль тап мәктәптәрҙә шөғөлләнгән балаларҙың һәләтен таныу һәм танытыу маҡсатында ойошторола ла инде. Шуға ла мәҙәни-мәғрифәт сара киләһе йылда ла тормошҡа ашырылып, Халыҡ-ара кимәлгә сығыуы ихтимал.
Азат Ғәлиуллин