Республика менән идара итеү үҙәгенән ошо турала хәбәр иттеләр. Халыҡ фекере өйрәнелгән. Ҡатнашыусыларҙың 34 проценты сүп-сарҙы сорттарға бүлеү заводтарҙа башҡарылырға тейеш тигән фекер әйткән. Башҡортостанда ҡалдыҡтарҙы айырып йыйыу өсөн 17 меңдән ашыу контейнер урынлаштырылған. Тағы 14 мең ярым һауыт әҙерләргә кәрәк, тип хәбәр итәләр Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан.