Өфөлә “Фермерҙар мәктәбе ” проектының яңы төркөмө өсөн ғаризалар ҡабул итеү башлана

Башҡорт дәүләт аграр университетында ойошторолған курстар ике айға иҫәпләнгән. “Агротуризм” һәм “Ресторан бизнесы өсөн ауыл хужалығы продукцияһын етештереү” буйынса дәрестәр була. Уҡыу курстары яңы эш башлаған фермерҙарҙы һөҙөмтәле хужалыҡ алып барырға өйрәтә, үҙ эшен асҡандарҙың белемен камиллаштырыуға булышлыҡ итә.