Республика 11-се урын алған. 19 ижади проектҡа ярҙам күрһәтелә. Бының өсөн 16 миллион һум тотонола. Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова белдереүенсә, мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә грант ярҙамы йәмғиәт үҫеше, йәш быуында тәрбиәләүҙә мөһим роль уйнай. Был күп милләтле илдең мәҙәни мираҫын һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереүгә ҙур өлөш индерә. Әле гранттар конкурсының икенсе этабында ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул ителә, ул 20 мартта тамамлана.