Бөрйән районында умартасылыҡты үҫтереү буйынса ғилми-ғәмәли конференцияһы үтте

Һөнәре бар юғалмаҫ. Бөрйән районы Исламбай ауылында кәсепселек күргәҙмәһе, умартасылыҡты үҫтереү буйынса ғилми-ғәмәли конференцияһы үтте. Ул «Айыҡ ауыл» конкурсы сиктәрендә ойошторолдо. Әйткәндәй, республика бәйгеһенең саралар үткәреү этабы ошо аҙнала тамамланды. Тотош донъяға даны таралған Бөрйән балына арналған конференциянан БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова репортажы.

Бөрйән районында төпкөлдә урынлашҡан Исламбай ауылы ҙур байрам майҙанына әйләнде. һыбайлылар юл күрһәтә, ә мәҙәниәт йорто алдында сәксәк, ҡымыҙ менән ауылдың уңған ҡатын-ҡыҙҙары көтөп тора. Ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыу - үҙе бер йола.

Һуңғы йылдарҙа онотола барған кәсептәргә, милли шөғөлгә иғтибар арта. Бай йөкмәткеле күргәҙмәлә исламбайҙар бойҙай орлоғонан талҡан тартыу, орсоҡ менән йөн иләү тәртибе менән таныштырҙы. Бөрйән районында йәшәгән һәр кемдең тиерлек шөғөлө ҡортсолоҡҡа бәйле. 20 йылға яҡын бал ҡорттары үрсетеү менән шөғөлләнгән Ғилминур Йомағужина сараға солоҡ балын алып килгән.

«Айыҡ ауыл» республика конкурсында ҡатнашҡан Исламбай халҡы бейеп-йырлап күңел асыр өсөн генә йыйылмаған, мәҙәниәт йортонда умартасылыҡты үҫтереү һәм күстәрҙе төрлө ауырыуҙарҙан һаҡлау буйынса ғилми-ғәмәли конференция ойшторолдо. Уның төп маҡсаты - бал ҡорттарына хәүеф менән янаған яңы төр талпан сирен Башҡортостанға индермәү. Был маҡсатта урындағы умартасылар менән әңгәмә үткәрелде, төп һорауҙарға фәнни яҡтан аңлатмалар бирелде.

Ҡортсолоҡ миҙгелен башлауға бер ай тирәһе ваҡыт ҡалған. Хужалыҡтарҙың ҡайһы берәүҙәре түмәр умарталарын ултыртасаҡ. Сарала уны әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтелде. Оҫта ҡуллы умартасылар тиҙлеккә ҡарағай ағасында ҡыуышлыҡтар эшләне.

Исламбайҙар үткәргән сараға күрше Әбйәлил, Йылайыр, Ишембай, Күгәрсен райондарының «Айыҡ ауыл» бәйгеһендә ҡатнашыусы ауылдар вәкилдәре лә килгәйне. Шулай уҡ конференцияла башҡорт телен һәм мәҙәниәтен өйрәнеүсе Саха Яҡут республикаһы ҡунағы ла булды. Вера Захарова әйтеүенсә, Рәсәйҙең иң ҙур төбәктәренең береһендә лә, климат үҙенсәлектәренә ҡарап бал ҡорттарын үрсетә башлағандар.

19-сы быуат урталарында нигеҙ һалынған Исламбайҙа дүрт йөҙҙән ашыу кеше йәшәй. Урындағы халыҡ ауылды зауыҡлы тотоу буйынса ярайһы уҡ эш башҡара. Юл ремонтлау, зыяратты тәртипкә килтереү, арт-объект урынлаштырыу кеүек төрлө акциялар, өмәләр үтеп тора.

Әлфинә Килдейәрова