Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында Борис Хәйретдиновтың 75 йәше уңайынан ижад кисәһе үтте

Һиңә йырым, тыуған ерем. Ошондай исем аҫтында Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Батыр Вәлид исемендәге район премияһы лауреты, тарихсы, шағир, композитор Борис Хәйретдиновтың 75 йәше уңайынан Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында ижад кисәһе үтте.

Халыҡ араһында киң таралған «Гөлнурым ‐күҙ нурым» «Ал мине лә үҙең менән» « Мин зәңгәр умырзая» «Баймағым « кеүек йырҙар авторы Борис Хәйретдинов хеҙмәт юлын мәктәптә тарих һәм йыр уҡытыусыһы булып башлай.Тарихҡа булған ҡыҙыҡһыныуы уға бөгөн әҙәби ‐ документаль әҫәрҙәр тыуҙырырға ярҙам итә, йырға һөйөүе иһә уны артабан да ижад итеүгә һәм шиғырҙар яҙыуға этәргес булып тора.

Кешене хеҙмәт биҙәй. 36 йыл уҡытыу дәүерендә уның 90 ға яҡын уҡыусыһы остазы юлын дауам итеп музыка йүнәлешен һәм тарихсы юлын һайлай.Ижад кисәһендә Борис Хәйретдиновтың элекке уҡыусылары ла ҡатнашты. Иҫтәлектәре менән бүлеште.

Күп ҡырлы шәхес Борис Мөхәммәт улы бөгөнгө көндә 11 китап авторы. Проза һәм шиғриәт өлкәһендә уңышлы шөғөлләнә. Социаль селтәрҙәрҙә үҙенең тарихи мәғлүмәттәргә таянып яҙған хеҙмәттәрен һалып бара.Тыуған яғыбыҙ тарихын өйрәнеүгә, уның арҙаҡлы шәхестәрен мәңгеләштереүгә тос өлөш индергән Борис Хәйретдинов үҙе лә тере тарих.

Раушания Рәхимова