Радий Хәбиров «Салауат Юлаев» клубы етәкселеге һәм уйынсылары менән осрашты

Йәш тәрбиәләнеүселәр үҫә, тимәк, киләһе миҙгелдә һөҙөмтәне яҡшыртыу өсөн потенциал ҙур. Был турала Радий Хәбиров «Салауат Юлаев» клубы етәкселеге һәм уйынсылары менән осрашыуҙа белдерҙе.

Башҡортостан Башлығы командаға чемпионаттың даими этабы өсөн рәхмәт әйтеп, көслө һәм матур хоккей күрһәткәндәрен билдәләне. Һуңғы тапҡыр клуб көнсығыш конференцияла икенсе урынға 2018 йылда күтәрелгәйне. Легионерҙар һәм бер нисә тәжрибәле уйынсы киткәндән һуң составты юлаевсыларҙың 10 тәрбиәләнеүсеһе тулыландырҙы.

Уҙып барған миҙгелдең төп һөҙөмтәһе тип Радий Хәбиров яҡташтарыбыҙҙың танылған командаларҙы еңеүен, 20 йәшлек егеттәрҙең тәжрибәле өлкән уйынсыларға ҡаршылыҡ күрһәтеүен атаны. Әйтергәк кәрәк, миҙгел алдынан яңы «Салауат Юлаев» клубы формалаша башланы. Команда менән бергә тренерҙар штабы ла үҫә. Башҡортостан Башлығы Виктор Козловҡа уҙған миҙгелдәге эше өсөн рәхмәт әйтте. Хәҙер хаталарҙан һабаҡ алырға һәм артабан барырға кәрәк. Бөтә Башҡортостандар кеүек, беҙҙең командаға ышанам, тине Радий Хәбиров.

Плей-оффтың беренсе этабында юлаевсылар Владивостоктың «Адмирал» клубынан еңелде. Әммә тормошта шулай була: бер тапҡыр абынған осраҡта тиҙ тороп, артабан барырға кәрәк. Шәхсән мин ошо принцип буйынса йәшәйем. Һеҙ ҙә шулайҙыр тип ышанам, тине Радий Хәбиров. Команда капитаны Григорий Панин үҙ сығышында, йәш хоккейсыларҙың яңы миҙгелдә тормошҡа ашырылырға тейешле потенциалын юғары баһаланы.