Бекетов урамы, 34-се йорт адресы буйынса урынлашҡан 5 ҡатлы йорт былтыр декабрҙә файҙаланыуға тапшырылған. Регина Ғайсина уның төҙөлөп бөтөүен биш йылдан ашыу көткән. Ниһайәт, ғаилә үҙ фатирында ҡунаҡ ҡаршылай. Әле тағы ла өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыусы 35 ғаилә «ТехСтройСервис» банкрот төҙөлөш ойошмаһының проблемалы объектында тапшырылырға тейешле фатир асҡыстарын көтә.