«Ейәнсура таңдары» гәзите хеҙмәткәре ҡоралайҙы ҡотҡарған

Шаһиттарҙың береһе ваҡытлы матбуғат баҫмаһы редакцияһына шылтыратып, ҡырағай хайуандың Оло Эйек йылғаһынан сыға алмауы тураһында хәбәр итә.

Хәбәрселәр шундай уҡ махсус хеҙмәттәргә шылтыратып, үҙҙәре лә ваҡиға урынына юллана. Йылға буйына килеү менән улар хәлһеҙләнгән ҡоралай балаһының боҙ аҫтына китеүен күрә. Редакция водителе Урал Илтенбаев үҙенең ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, ҡазаға тарыған хайуанға ярға сығырға ярҙам итә.