Радий Хәбиров видеобәйләнеш аша төбәктәр үҫеше буйынса Хөкүмәт комиссияһы президиумында ҡатнашты

Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин үткәргән кәңәшмәлә төҙөлөш комплексының уҙған йыл йомғаҡтары, шулай уҡ күләмле тармаҡ проекттарын тормошҡа ашырыу мәсьәләһе тикшерелде.

Былтыр илдә торлаҡты сафҡа индереү буйынса рекорд ҡуйылды, һәм мин был өлкәлә төбәктәрҙең системалы эшләүен күрәм. Шул уҡ ваҡытта Төҙөлөш министрлығынан һәм субъект башлыҡтарынан ҡала төҙөлөшө потенциалы күләмен контролдә тотоуҙы һорайым, тине вице-премьер. Башҡортостан Башлығы үҙ сығышында төбәктең төҙөлөш комплексы тотороҡло, яҡшы күрһәткестәр менән үҫешеүен билдәләне.

Республика башлығы Өфөлә «Көньяҡ ҡапҡа» транспорт проектының мөһимлеген билдәләне. Объекттарҙың һәм ҡоролмаларҙың икенсе сиратын төҙөү өсөн эштәрҙе финанслау мәсьәләһен ҡарарға кәрәк. Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирек Фәйзуллин Дом.РФ корпорацияһына был объектҡа аҡса йәлеп итеүҙең иң һөҙөмтәле схемаһын эшләргә ҡушты.